Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель 2022, 13:18

Бәхил бул, командир...

Миәкә районы хәрби операцияла һәләк булған Айнур Янышевты һуңғы юлға оҙатты.

Бәхил бул, командир...
Бәхил бул, командир...

Ошо көндәрҙә Украиналағы хәрби операцияла Ҡолтай-Ҡаран ауылы егете Айнур Янышев батырҙарса һәләк булған. Геройҙы һуңғы йылға оҙатыуға БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов килде, туғандары, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйылды.

Өлкән сержант Айнур Хәбир улы 2005 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итә. Взвод командиры урынбаҫары, материаль-техник хеҙмәтләндереү ротаһы командиры вазифаларын башҡара. Хәрбиҙең ата-әсәһе, ағаһы, ҡатыны һәм ике йәшлек ҡыҙы ҡалған.

Бөгөн геройҙы хөрмәтләп тыуған ауылында ер ҡуйынына тапшырҙылар. Матәм сараһында хәрби оркестр ҡатнашты.

Айнур Хәбир улының яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Геройҙарға мәңгелек дан!

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: