Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель 2022, 10:44

Билдәле яҙыусы Спартак Ильясов мәрхүм булған

"Йәшлек"тәр мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Билдәле яҙыусы Спартак Ильясов мәрхүм булған
Билдәле яҙыусы Спартак Ильясов мәрхүм булған

Дуҫым Спартак Илъясовҡа

Һәр саҡта ла ул йүнәлтә
Тарихҡа иғтибарын.
Ул башҡорттоң донъяһында
Спартак ихтилалы!
Гел унлыҡҡа тейә уғы,
Ҡоростай ихтыярлы.
Тарих һабағын биреүҙә
Спартак ихтилалы.
Гел еңеүсе, унда һис юҡ
Еңелеү ихтималы.
Рух көрәше феномены –
Спартак ихтилалы.
Тауышында тарих илай,
Моңдары “эх”, тимәле...
Ул – Табын ҡағанатының
Спартак ихтилалы.
Октябрҙәр кәрәк түгел
Һәм уның инҡилабы.
Барһа әгәр йөрәктәрҙә
Спартак ихтилалы.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: