-5 °С
Ҡар
Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, Ҡырғыҙ-Миәкә мәктәбендә ағыуланған балаларҙың хәле яҡшырған, 27 мартҡа ҡарата яңы осраҡтар теркәлмәгән.
Уҡыусыларҙың барыһында ла эсәк инфекцияһы күҙәтелгән. Күрәһең, мәктәпкә килтерелгән аҙыҡ иҫкергән булған. Әле продукция ташыусы компанияның эшмәкәрлеге туҡтатылған, тикшереү үткәрелә.
Шулай уҡ 24 марттан мәктәп тә ваҡытлыса ябылған.
Роспотребнадзор, балаларҙың күпләп ағыуланыуына ашхана хеҙмәткәрҙәре ғәйепле, тип иҫәпләй.