Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2022, 05:16

Батыр даны ҡайтты тыуған еренә...

Бөгөн Салауат ҡалаһы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Линар Ғариповты һуңғы юлға оҙата.

Батыр даны ҡайтты тыуған еренә...
Батыр даны ҡайтты тыуған еренә...

Украиналағы махсус хәрби операцияла Салауат ҡалаһынан 22 йәшлек лейтенант Линар Ғарипов батырҙарса һәләк булды. Хушлашыу сараһы төшкө сәғәт 11-ҙә ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейы алдындағы майҙанда үтә. Лейтенант Ғарипов һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Линар Ғарипов 1999 йылдың майында тыуған.

2017 йылда 2-се гимназияны тамамлаған. 2021 йылда Ҡазан юғары танк училищеһын уҡып сыҡҡас, ул Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡасабаһындағы часта хәрби хеҙмәткә ебәрелгән.

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: