Бөтә яңылыҡтар
23 Март 2022, 13:49

Бурыс – халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү

Бөгөн Хөкүмәттә республикабыҙҙың комплекслы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышы үткәрелде.

Бурыс – халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү
Бурыс – халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү

Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды – ҡулланыусылар баҙары, хеҙмәт баҙары, дарыуҙар менән тәьмин итеү, мәғариф учреждениеларында уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү һ.б.

Иң төп темаларҙың береһе – республика халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү. Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов һүҙҙәренсә, иң кәрәкле көнкүреш тауарҙары келәттәрҙә етәрлек күләмдә.

– Сауҙа селтәрҙәрен он һәм ярма изделиелары, ит-һөт продукцияһы менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар юҡ, – тине вице-премьер. – Шәкәрҙе генә алып ҡарағанда, көн һайын магазиндарға 550 тонна татлы ризыҡ таратыла. Бөтә республиканы тәьмин итеү өсөн запастар етәрлек.

Әйткәндәй, республиканың ауыл хужалығы министрлығы муниципалитеттар менән бергә шәкәр сөгөлдөрө сәсеү өсөн өҫтәлмә майҙан әҙерләй – сәсеүлектәр 34 мең гектарҙан 45 мең гектарға тиклем артасаҡ.

Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская иң күп һоралған тауарҙар хаҡында һөйләне. Әлбиттә, иң тәүге урында шәкәр. Унан һуң халыҡ социаль селтәрҙә балалар аҙығына, ҡағыҙға һау артыуына зарлана. Был мәғлүмәттәрҙе Республикаға идара итеү үҙәге теркәгән.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев социаль әһәмиәтле тауарҙарҙы ташыу өсөн логистиканы яйға һалыу хаҡында әйтте.

– Беҙҙең бурыс – халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү. Ике-өс аҙнанан хаҡтар ҡырҡа кәмер тип көтәбеҙ. Мәҫәлән, бөгөн көнкүреш техникаһына хаҡтар төштө.

Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә йәрминкәләрҙе йышыраҡ үткәрергә ҡушты.

 

– Халыҡ урындағы фермерҙарҙан арзан һәм сифатлы тауар алыу өсөн йәрминкәләрҙе көтә. Был аграрийҙар өсөн дә килемле, – тине республика етәксеһе.

Артабан ултырышта һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләр ҡалды. Радий Хәбиров мәктәптә уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаҫҡа тейешлеген белдерҙе.

– Ата-әсәләр борсомаһын. Мәктәптә бушлай туҡланған балалар артабан да төшкө аш менән тәьмин ителәсәк, – тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: