Бөтә эштәр ҙә график буйынса башҡарыла, участка сигенә тиклем газ ваҡытында үткәрелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы дәүләт программаһына ярашлы, ауылдарҙа һәр йортҡа газ бушлай үткәрелә. Әйтәйек, һеҙҙең ауылда зәңгәр яғыулыҡ бар, әммә ул участкағыҙға тиклем үтмәгән икән, ошо осраҡта ул бушлай участка сигенә тиклем үткәреләсәк. Артабан йорт эсенә газ торбаларын индереү, ҡорамалды урынлаштырыу, иҫәпләү приборы граждандарҙың иҫәбенә эшләнә.
Был программа менән файҙаланыу өсөн bashgaz.ru йә connetgas.ru сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Бынан тыш, Башҡортостанда республика Башлығының башланғысы менән газ үткәреүгә 100 мең һум күләмендә серфтикаттар бирелә. 2022 йылдың 1 мартына ҡарата был мөмкинлек менән 6601 кеше файҙаланған.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8-800-347-8 -800 йә +7-987-471-71-04 телефон һандары буйынса алырға мөмкин.