Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2022, 13:28

Радий Хәбиров Донбасс халҡына гуманитар ярҙам тапшырҙы

Республика етәксеһе эш сәфәре менән махсус хәрби операция барған биләмәлә.

Радий Хәбиров Донбасс халҡына гуманитар ярҙам тапшырҙы
Радий Хәбиров Донбасс халҡына гуманитар ярҙам тапшырҙы

Артабан ул Луганск һәм Петровское ҡалаларына юлланасаҡ. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, гуманитар ярҙам халыҡтың ихтыяжы буйынса төҙөлгән, уның ауырлығы 100 тоннаға яҡын. 

«Был – иң кәрәкле көнкүреш тауарҙары, төҙөлөш материалдары, шәхси гигиена саралары, канцтауар һәм башҡа әйберҙәр. Өсөнсө һәм дүртенсе гуманитар конвой ҙа буласаҡ. Беҙҙең предприятиелар төҙөлөш материалдары етештерә, улар торлаҡ тергеҙеүгә бик кәрәк. Ниһайәт, бында тыныслыҡ урынлаша, урындағы хөкүмәт менән иҡтисади-сауҙа хеҙмәттәшлек итеүгә килешеү төҙөйәсәкбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе шулай уҡ конвой водителдәре менән аралашты. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе гуманитар конвой 6-8 мартта Донбасҡа һәм Луганскиға еткерелгәйне, икенсеһе 18 мартта митинг-концерттан оҙатылды. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: