Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2022, 11:55

Ҡытай ҡалалары йәнә карантинға ябыла

Сәбәбе – ҡурҡыныс сир.

Ҡытай ҡалалары йәнә карантинға ябыла
Ҡытай ҡалалары йәнә карантинға ябыла

Ишеткәнһегеҙҙер, мәкерле сирҙең тыуған яғынан, йәғни Ҡытайҙан йәнә шомло хәбәрҙәр килә башланы. Бында бер юлы 17 провинцияла коронавирус ҡоторона. Бер нисә ҡала карантинға ябылған, улар араһында Пекин, Гуанчжоу һәм Шанхай бар. 

Һуңғы тәүлектә генә 1,9 мең кеше сир йоҡторған, уларҙың 1,4 меңендә ауырыуҙың билдәләре беленмәй.

Пандемия осоронда Ҡытайҙа йәмғеһе 115 466 сир йоҡтороу осрағы һәс 4636 һәләк булыусы теркәлгән. 

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: