Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2022, 15:10

Ике сабыйҙы ут эсенән алып сыҡҡан!

Ошоноң өсөн өлкән лейтенант Тимур Кәлимуллинды Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләйҙәр.

Ике сабыйҙы ут эсенән алып сыҡҡан!
Ике сабыйҙы ут эсенән алып сыҡҡан!

2020 йылдың ноябрендә Баймаҡта бер йорт янып китә. Юстицияның өлкән лейтенанты Тимур Кәлимуллин янғынды тәүге булып күрә һәм унда йәшәүселәрҙе ҡотҡарырға йүгерә. Ул урынға килеп еткән ҡотҡарыусылар менән бергә аңын юғалтҡан хужабикәне йорттан сығара. Әммә ҡурҡыныс хәл бының менән генә бөтмәй. Лейтенант балконда ялҡын ҡамауында ҡалған балаларҙы абайлап ҡала.

Ул кире йортҡа инә һәм ут эсенән ике сабыйҙы алып сыға. Өсөнсөһө артынан йүгерә. Һуңыраҡ ҡотҡарыусылар тағы ла ике үҫмерҙе һәм пенсионерҙы алып сыға.

Тимур Кәлимуллин Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса идаралығында тәфтиш комитетында эшләй. Был эштә иң мөһиме: ғәҙеллек, ти өлкән лейтенант.

Ошо көндәрҙә Тимур Айҙар улы ЦУР-ҙың «Ғорурлыҡ өсөн сәбәп» проекты еңеүсеһе тип таныла. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов орденына лайыҡ була. Афарин!

 

#ЦУРБашкортостан #ПоводГордиться

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: