Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев «Аңлатабыҙ, Башҡортостан» порталында аңлатма бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, шәкәр келәттәрҙә бар һәм бөгөн магазиндарға таратыласаҡ.
«Аңлатабыҙ, Башҡортостан» – ЦУР тарафынан халыҡҡа мәғлүмәт еткереү өсөн булдырылған портал. Граждандар унда үҙҙәренең һорауҙарына яуап алырға мөмкин.
Әйткәндәй, бөгөн «Сәләм» ЦУР-ҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләнеләр. БР һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов әфирҙа ҡунаҡта булды.
Һуңғы тәүлектә ЦУР-ға иң күп һорауҙар йәнә юл һәм ҡар көрәү мәсьәләләренә арналды – 70 мөрәжәғәт. Икенсе урында социаль яҡлау, 64 мөрәжәғәт. Өсөнсөлә хәүефһеҙлек темаһы, 62 мөрәжәғәт.
#ЦУРБашкортостана #Салям