Бөтә яңылыҡтар
8 Март 2022, 14:12

Ярыштылар ҙа, изгелек тә ҡылдылар

Өфө саңғы марафонында ауыр сирле балаларҙы дауалауға 300 мең һум аҡса йыйғандар.

Ярыштылар ҙа, изгелек тә ҡылдылар
Ярыштылар ҙа, изгелек тә ҡылдылар

Байрам айҡанлы Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үткән сараға Рәсәйҙең 80 ҡалаһынан һәм 29 төбәгенән 632 саңғысы йыйылды.

Марафон ике көн дауам итте. Кисә трассаны тикшереү, теркәлеү, брифинг үткәрелһә, бөгөн ярышсылар саңғыға баҫты һәм 5, 10, 30 һәм 50 саҡрымлыҡ дистанцияларҙа көс һынашты.

Башҡортостандың спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ярыштан ситтә ҡалманы. Өфө, Мишкә, Кушнаренко, Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Балаҡатай районы спортсылары әүҙемлек күрһәтте. Ярыштың иң кесе ҡатнашыусыһына 4 йәш булһа, иң олоһона 74 йәш.

Сараны «Берҙәм Рәсәй» партияһының үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Александр Сидякин асты. Шулай уҡ хөрмәтле ҡунаҡтар араһында Олимпия уйындары призерҙары  Максим Чудов һәм Эдуард Латипов булды.

Спорт сараһы барышында #Добраялыжня мәрхәмәтлек акцияһы иғлан ителде. Спортсылар ярышып ҡына ҡалманы, ауыр сирле балаларға 300 мең һум аҡса йыйырға ярҙам итте.

Ярыш һөҙөмтәләре менән түбәндәге һылтанма аша танышырға мөмкин:

https://vk.com/ufaskimarathon

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: