Анталия – Өфө рейсы. Самолетта ике йәшлек ҡыҙ кинәт кенә сирләп китә. Йөрәге тота, бер аҙҙан бөтөнләй тибеүҙән туҡтай. Бәхеткә күрә, бортта ҡыҙ менән бергә теш табибы Гүзәлиә Вәлиева оса. Ул ике тапҡыр балаға тәүге ярҙам күрһәтә, ергә төшкәс, табиптар ҡулына тапшыра.
Был батырлығы өсөн Гүзәлиә Фирғәт ҡыҙы данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнә. Гүзәлиә Фирғәт ҡыҙы шулай уҡ ЦУР-ҙың «Ғорурлыҡ өсөн сәбәп» проекты еңеүсеһе итеп һайлана. Афарин!
Гүзәлиә Вәлиева – табип-стоматолог, Өфөләге 2-се стоматология дауаханаһының дауалау-профилактика бүлеге мөдире. Ул бала саҡтан аҡ халатлы булырға хыял иткән. Пациенттарҙың бәхетле йылмайыуы һәм сәләмәт тештәре – мөләйем ҡатын өсөн иң төп награда, тип хәбәр иттеләр ЦУР-ҙа.