-4 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаев байрам уңайынан шешлек бешергән.
«Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ. Әле еңел булмаған осор... Хөкүмәт ағзалары менән һөйләшеп килештек, бөгөн ял итәбеҙ. Хәҙер иң яҡшыһы – яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күреү. Бөгөн шешлек бешереп ҡарарға булдым һәм был өлкәләге белгесте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаевты саҡырҙым, — тип белдерә Радий Хәбиров.