Бөтә яңылыҡтар
8 Март 2022, 11:20

«Башҡорт халҡына рәхмәтлебеҙ!»

Республикабыҙҙан юлланған гуманитар ылау Красный Луч ҡалаһына барып еткән.

«Башҡорт халҡына рәхмәтлебеҙ!»
«Башҡорт халҡына рәхмәтлебеҙ!»

Тап ошо ҡала эргәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы немецтарҙы тар-мар итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң тәүҙә шайморатовсылар башын һалған төйәккә ярҙам ебәрергә тәҡдим иткәйне. Бөгөн ярҙам ҡалаға килеп еткән. Ул таратылып бөткәс, Башҡортостан делегацияһы Шайморатов генерал һәләк булған урынға барырға, туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалырға ниәтләй.

Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко республика халҡына һәм Радий Хәбировҡа рәхмәтен белдерҙе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: