Бөтә яңылыҡтар
7 Март 2022, 09:52

Урал пружина заводы һаҡсыл етештереүгә күсә

Белореттағы пружина заводы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына ҡушылған. 

Урал пружина заводы һаҡсыл етештереүгә күсә
Урал пружина заводы һаҡсыл етештереүгә күсә

Тейешле килешеүгә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Моратов ҡул ҡуйған.

— Милли проектта ҡатнашыу предприятиеның производство күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Бының өсөн ҡорамалдарҙы яңыртыу ҙа, эшселәр һанын  арттырыу ҙа талап ителмәйәсәк. Милли проектта ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү, ваҡытында етешһеҙлектәрҙе асыҡлау алымдарына, — ти иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Урал пружина заводы – ил һәм донъя кимәлендә танылған алдынғы предприятие. Ул машина өҙөү, автомобилдә, энергетика, вагон төҙөү тармаҡтарын юғары сифатлы деталдәр менән тәьмин итә.

Предприятие милли проектта ҡатнашып, йылына 1 процентлы ставка менән 50-300 миллион һум күләмендә субсидия алырға мөмкин.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: