Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 март барлыҡ Башҡортостан халҡы гуманитар ярҙам йыйып (аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары), ЛХР һәм ДХР-ға юллағайны. Беҙҙең фуралар башҡа төбәктәрҙән сыҡҡан гуманитар колоннаға ҡушылды. Йәмғеһе 15 машина 2300 саҡрым юл үтеп, тәғәйен урынға барып еткән.
— Гуманитар ярҙам Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һағы аҫтында килтерелде. Барыһы 15 машина, дөйөм ауырлығы – 130 тонна, – тип белдерә министрлыҡ вәкиле Виталий Кучеров.
– Ошо ерҙәр өсөн бик күп башҡорт атлылары башын һалған. Беҙҙең өсөн был – сит ер түгел. Ике тәүлектә килеп еттек. Водителдәр бөтөнләй йокламаны, — ти Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов.
Тағы бер машина ил сигендә гуманитар коридор асылыуын көтә, ул Ҡыҙыл Нур ҡалаһына ебәрелгән.