Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2022, 07:26

Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәшлек белдерҙеләр

Бөгөн Өфөлә «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» акцияһы ойошторолдо. 

Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәшлек белдерҙеләр
Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәшлек белдерҙеләр

Ҡатнашыусылар Өфө урамдары буйлап автоуҙыш ойошторҙо. Һәр кемгә илебеҙ флагы һәм Z төшөрөлгән йәбештергестәр таратылды. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, автоуҙыштың маҡсаты – Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй армияһына теләктәшлек белдереү.

«Егеттәр – беҙҙең таянысыбыҙ. Беҙ тылда уларға терәк булырға тейешбеҙ. Бөгөн машиналарҙа гөрләтеп баш ҡала урамдарынан үтәбеҙ, Рәсәйгә ышанмаусыларға үҙебеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ. Беҙ был һуғышты башламаныҡ, бары тик тамамлайбыҙ», –ти акцияла ҡатнашыусы Ярослава Майер.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: