+13 °С
Ямғыр
Кисә Брюсселдә үткән матбуғат конференцияһында Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйен Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән яңы санкциялар тураһында иғлан итте. Һүҙ иң тәүҙә Рәсәй самолеттарына, шул иҫәптән шәхси осҡостарға ЕС биләмәһенә инеүҙе тыйыу тураһында бара. Хәйер, быға тиклем үк ошондай санкцияны Великобритания, Болгария, Латвия, Литва, Польша, Румыния, Словения, Чехия һәм Эстония илдәре башлағайны.