Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Олимпия уйындарында еңеү яулаған спортсылар менән осрашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Тантаналы сарала яҡташтарыбыҙ тәьҫораттары һәм фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Үҙ миҫалыбыҙ менән балаларҙы компьютерҙан айырабыҙ тип ышанам. Минең өсөн һәр миҙал мөһим. Һеҙҙең менән шатлығым менән уртаҡлашырға теләйем. Ғаиләбеҙ янында донъя кимәлендәге ярыштарға әҙерләнергә мөмкинлек биргәне өсөн республикаға рәхмәт», – тине Семен Елистратов.
Әйткәндәй, Семен Елистратов ял да итмәй күнекмәләрен тергеҙгән. Ул донъя чемпионатына әҙерләнә.