Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2022, 06:50

«Гәзиттә әхлаҡи темалар яҡтыртылыуы оҡшай»

Абруйлы ир-уҙаман, БР-ҙың атҡаҙанған энергетигы Урал Сөләймәновтың гәзитебеҙ тураһындағы йылы һүҙҙәре күңелгә май булып яғылды.

«Гәзиттә әхлаҡи темалар яҡтыртылыуы оҡшай»
«Гәзиттә әхлаҡи темалар яҡтыртылыуы оҡшай»

Бынан алда яҙылыусыларыбыҙҙы шатландырып, ҡиммәтле приздарҙы үҙебеҙ таратыуыбыҙ хаҡында яҙғайныҡ.

Тәүге еңеүсебеҙ – Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Урал Сөләймәнов. «Йәшлек»те йәш сағынан алдырған, башҡорт матбуғатына битараф булмаған ағай манты бешергес менән бүләкләнде. Абруйлы ир-уҙаман, БР-ҙың атҡаҙанған энергетигы Урал Сөләймәновтың гәзитебеҙ тураһындағы йылы һүҙҙәре күңелгә май булып яғылды:

– Ғөмүмән, башҡорт баҫмаларын алдырмай ҡалғаным юҡ. «Йәшлек» менән уның «Ленинсы» булған ваҡытынан алып дуҫмын. Гәзиттә айырыуса әхлаҡи темалар яҡтыртылыуы оҡшай, ғаиләне һаҡлап ҡалыу, уңышлы донъя көтөү – быларҙың барыһы ла мөһим бит. Һуңынан яңылыҡтарҙы, алдынғы ҡарашлы кешеләр хаҡындағы мәҡәләләрҙе уҡыйым. Шәп гәзитте уҡыныҡ, уҡыйбыҙ, уҡыясаҡбыҙ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: