Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2022, 12:47

Башҡортостанда етемдәҙе торлаҡ менән итеү мәсьәләһе хәл ителә

Башҡортостан Хөкүмәте мөһим ҡарар ҡабул иткән.

Башҡортостанда етемдәҙе торлаҡ менән итеү мәсьәләһе хәл ителә
Башҡортостанда етемдәҙе торлаҡ менән итеү мәсьәләһе хәл ителә

– Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡлы итеү – иң киҫкен проблемаларҙың береһе. Төрлө сара ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, был категорияға ҡараған граждандарҙың һаны арта ғына. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән етемдәрҙе торлаҡ менән итеүгә бүленгән аҡса күләме арттырыла, – тип белдерә төҙөлөш һәм архитектура министры Алексей Родин.

Бөгөн Башҡортостанда торлаҡҡа сиратта 7 меңдән ашыу бала тора, уларҙың 4,2 меңенә торлаҡ алыу хоҡуғы бирелгән. Быйыл 805 етемгә фатир асҡыстары тапшырылған. 2022-2024 йылдарҙа был тәңгәлдә  5,5 милиард һум аҡса бүленәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: