Бөтә яңылыҡтар
23 Февраль 2022, 19:42

Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернатты күләмле ремонт көтә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадет мәктәбендә булды. Ул мәктәп уҡытыусыларын байрам менән ҡотланы һәм етәкселек менән ике тапҡыр Советтар Союзы геройының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү хаҡында һөйләште.

Мәктәп директоры Фәнил Солтанғолов һөйләүенсә, интернет 2022 йылда асылған. Ул – уҡыусыларҙы юғары хәрби-авиация уҡыу йорттарына әҙерләгән берҙән-бер учреждение. Мәктәп-интернатта «ҡыҙыу нөктә»лә булған запастағы 11 офицер эшләй, улар үҫеп килгән быуында илһөйәрлек, рух ныҡлығы тәрбиәләй. Шулай уҡ уҡытыу-тәрбиә эшендә 24 уҡытыусы ҡатнаша.

Радий Хәбиров мәктәптең музейын, кабинеттарҙы, ятаҡтың һәм хужалыҡ помещениеларын ҡараны. Бөгөн бында 400-гә яҡын бала белем ала, уларҙың күбеһе республиканын район-ҡалаларынан.

Мәктәп-интернат Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала, былтыр ул «Йыл космонавты» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған.

Радий Хәбиров тантаналы саранан һуң мәктәп етәкселеге менән аралашты. Проблемаларҙы асыҡлағас, Хөкүмәткә уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушты.   

– Шулай уҡ 2024 йылда беҙ мәктәпкә ремонт эшләүҙе башларға теләйбеҙ, ул 2026 йылда тамамланасаҡ. Мәктәп Рәсәй армияһына офицерҙарҙы әҙерләүгә тос өлөш индерә, – тине Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: