Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2022, 14:53

Өфө үҙәген башҡорт тирмәһе йәмләй!

Эйе-эйе, Өфөнөң ҡап уртаһында, Крупская урамында туристар өсөн матур ял урыны асылды.

Өфө үҙәген башҡорт тирмәһе йәмләй!
Өфө үҙәген башҡорт тирмәһе йәмләй!

– Башҡортостанда туризм бизнесы яҡшы үҫешә. Был беҙҙең иҡтисад өсөн бик мөһим, сөнки был өлкәнең уңыштары башҡа тармаҡтарға ла йоғонто яһай. Беҙгә сәйәхәтселәр килә, үҙенең аҡсаһын ҡалдыра, мәҫәлән, шул уҡ иҡтисадҡа туранан-тура йоғонтоһо бар, – тип белдерә БР-ҙың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин.

«Ҡала үҙәгендә тирмә» проектының авторҙары – йәш эшҡыуар Александра Хисәметдинова, Андрей Холодов (тирмә хужаһы), «Союзники» ижад үҙәге. Проектты тормошҡа ашырыуға 2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

– 2019 йылда беҙ командабыҙ менән Мәскәүҙә Рәсәй география йәмғиәтенең сараһында ҡатнаштыҡ. 10 көн буйы баш ҡала үҙәгендә тирмәлә йәшәнек. Ҡунаҡтар Өфөлә лә ошондай урынды күрергә теләүен белдерҙе. Әммә беҙ уларға бер ни ҙә вәғәҙә итә алманыҡ. Быйыл, ниһайәт, мөмкинлек килеп сығып, ошо идеяны тормошҡа ашырҙым, – ти проект авторы Александра Хисәметдинова.  

Тирмәлә 8-10-шар кеше ҡабул ителә, программа 30 минуттан алып бер сәғәткә тиклем дауам итә. «Ҡала үҙәгендә тирмә»гә өсөн алдан төркөм менән яҙылыу мөһим. Белешмә өсөн телефон һандары: +79279458494.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: