Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2022, 12:57

Фермерҙарға субсидия биреү туҡтатылмай

Бының өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығына кәрәкле документтарҙы тапшырырға кәрәк. 

Фермерҙарға субсидия биреү туҡтатылмай
Фермерҙарға субсидия биреү туҡтатылмай

БР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы кооперативтарына субсидиялар биреү туҡтатылмай. Аҡса етештереү эшмәкәрлегенә сарыф ителгән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелә. 2022 йылда дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 173 миллион һум тәшкил итәсәк. Был юлы документтар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

– Ауыл хужалығы кооперативтарынан әүҙемлек көтәбеҙ, – ти Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов. – Ғәҙәттә, субсидиялау конкурсында үҫешергә теләгән һәм үҙ тауарын булдырырға йыйынған ойошмалар ҡатнаша. 

Документтарҙы ҡабул итеүҙең тәүге өлөшө 11 февралдә тамамланды. Унда 13 кооператив ярҙам алды. 

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/402510/

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: