Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2022, 11:14

«Киләһе Олимпиадаға иҫәп тотам»

Олимпия уйындары призеры Семен Елистратов Өфөгә ҡайтты.

«Киләһе Олимпиадаға иҫәп тотам»
«Киләһе Олимпиадаға иҫәп тотам»

Семен шәхси беренселектә Олимпия уйындарының бронза миҙалына лайыҡ булғайны. Уны Өфө аэропортында ҡаршы алдылар. Семендың һүҙҙәренсә, Башҡортостандағы кеүек башҡа бер ҡайҙа ҡаршы алмайҙар.

«Мине герой кеүек ҡаршы алдылар. Бронза булһа ла, миҙал алып ҡайтыуға өлгәштем, ул минең өсөн бик ҡәҙерле», – тигән Семен.

Спортсы ғаиләһен бик һағынған. Ул тиҙерәк ғаиләһен күрергә, әсәһенең тәмле борщын ауыҙ итергә теләүен белдергән. Әйткәндәй, март айында шорт-трек буйынса донъя чемпионаты буласаҡ. Яҡташыбыҙ ял итмәй, шунда әҙерләнә башларға йыйына.

«Миҙгелде яҡшылап тамамларға кәрәк. Алда донъя чемпионаты һәм ял итергә иртә. Алдан ҡысҡырырға теләйем, шулай ҙа бишенсе Олимпия циклына әҙерләнеп ҡарарға теләйем. Ошо миҙгелдән һуң барыһын да уйларға, тренерҙар менән һөйләшергә кәрәк», – тип һөйләгән Елистратов.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: