Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2022, 06:05

Һалым ҡайтармаһының күләме арттырыла

Ул 288 мең һум тәшкил итәсәк.

Һалым ҡайтармаһының күләме арттырыла
Һалым ҡайтармаһының күләме арттырыла

Дәүләт Думаһында һалым ҡайтармаһының сикке күләмен 288 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим иттеләр.  Закон проекты авторҙарының һүҙҙәренсә, бар нәмәгә хаҡ артҡанда һалым ҡайтармаһының күләме шул килеш ҡала, был ғәҙел түгел. Һүҙ башлыса социаль ҡайтарма хаҡында бара.

Мәғлүм булыуынса, был ҡайтарма медицина хеҙмәттәре, дарыуҙар, дәүләткә ҡарамаған пенсия, ирекле страховка взностары, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн ҡайтарыла.

Бынан алда граждандар бюджеттан 13 процентлы ставка буйынса 15600 мең һум ҡайтара ала ине. 2023 йылдан социаль һалым ҡайтармаһының күләме 288 608 һум тәшкил итәсәк, һөҙөмтәлә үрҙәге хеҙмәттәр өсөн ҡайтарманың күләме 37 519 һум буласаҡ. Йәғни бюджеттан 2,4 тапҡырға күберәк аҡса ҡайтарырға мөмкин.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: