Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2022, 14:33

Алты йәшлек сабыйға эт ташланған

Өфөнөң Михайловка ауылында йыртҡыс бәйҙән ысҡынып китә һәм...

Алты йәшлек сабыйға эт ташланған
Алты йәшлек сабыйға эт ташланған

Өфөнөң Михайловка ауылында йыртҡыс бәйҙән ысҡынып китә һәм майҙансыҡта уйнап йөрөгән сабыйға ташлана. Ярай әле балаға күршеләре ярҙамға килеп өлгөрә. Малайҙы тиҙ арала дауаханаға оҙаталар.

Әлеге ваҡытта сабыйҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, барлыҡ кәрәкле ярҙам күрһәтелде, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бынан тыш, Өфөлә берәҙәк эттәргә бәйле мәсьәлә киҫкен тора, яңыраҡ баш ҡалала һәм Стәрлетамаҡта хужаһыҙ эттәрҙең балаларға ташланыу осраҡтары теркәлде.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: