Бөтә яңылыҡтар
17 Февраль 2022, 04:44

Өфө олимпиясыларҙы ҡаршы ала

Бөгөн төндә Өфөгә «Ағиҙел» клубы хоккейсылары әйләнеп ҡайтты.

Өфө олимпиясыларҙы ҡаршы ала
Өфө олимпиясыларҙы ҡаршы ала

Тәүгеләрҙән булып баш ҡала аэропортына хоккейсы ҡыҙҙар килеп төштө. Уйындарҙа Өфөнөң «Ағиҙел» хоккей командаһынан Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова, Полина Лучниковалар сығыш яһағайны.

Спортсыларҙы яҡындары, дуҫтары һәм көйәрмәндәре ҡаршы алды. БР Спорт министрлығы вәкилдәре олимпиясыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙ командаһы өсөн Олимпия уйындары уңышһыҙ тамамланды. Тәүге төркөм уйындарында хоккейсылар Швейцария командаһын 5:2 иҫәбенә тар-мар иткәйне. Әйткәндәй, шайбаның береһен яҡташыбыҙ индерҙе. Ошонан һуң ҡыҙҙар бөтөнләй уңышҡа өлгәшә алманы, өс еңелеү кисереп, төркөмдә һуңғы урынды яуланы.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: