Бөтә яңылыҡтар
15 Февраль 2022, 13:18

«Йәшлек» – һәр йортта ла көтөп алынған ҡунаҡ

Бөгөн Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан Нәзирә һәм Ринат Алсынбаевтар редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәре ҡулынан бүләк алып ҡыуанды.

«Йәшлек» – һәр йортта ла көтөп алынған ҡунаҡ
«Йәшлек» – һәр йортта ла көтөп алынған ҡунаҡ

«Йәшлек» гәзите үҙенең яҙылыусылары араһында уйнатҡан приздарҙы хужаларына тарата башланы. Бөгөн беҙ Әбйәлил, Баймаҡ райондарында булдыҡ. Яҙылыусыларыбыҙ Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Урал Сөләймәнов — манты бешергес, Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан Нәзирә һәм Ринат Алсынбаевтар ҡаҙан менән бүләкләнде. Еңеүселәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

 

«Йәшлек» менән бергә ҡалығыҙ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: