Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2022, 06:07

Ун йәшлек сабый юғалған

Өфөнән Арсений Иҙиәтуллин тышҡа уйнарға сыҡҡан һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.

Ун йәшлек сабый юғалған
Ун йәшлек сабый юғалған

Бөгөн төндә «Лиза Алерт» отряды эҙләү иғлан итте. Улар республика халҡынан ярҙам һорай.

Арсенийҙы эҙләүгә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ла ҡушылды.

– Бөгөн төнгө сәғәт икелә 3-сө полиция бүлегенә бер ҡатын шылтыратты. Ул балаһы юғалыуы хаҡында хәбәр итте. Әсәнең һүҙҙәренсә, малай төшкө сәғәт ике тирәһендә тышҡа уйнарға сыҡҡан һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.

Малайҙың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һорғолт сәсле, күҙҙәре һоро.

Малай күк куртка, ҡара трико һәм һоро шапка кейгән, аяғында аҡ табанлы ҡара кроссовки.

Арсенийҙы күреүселәр булһа, 279-46-79, 272-85-90 (полиция) 8(800)700-54-52 («ЛизаАлерт»), 02 или 112 телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: