Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2022, 12:05

Пекиндан ҡыуаныслы хәбәр!

Яҡташыбыҙ Александр Большунов көмөш миҙал яуланы.

Пекиндан ҡыуаныслы хәбәр!
Пекиндан ҡыуаныслы хәбәр!

Бөгөн Ҡышҡы Олимпия уйындарында ир-егеттәр араһында классик стиль буйынса саңғы ярыштары уҙҙы. Беҙҙекеләрҙән Илья Семиков, Иван Якимушкин, Алексей Червоткин һәм Александр Большунов ҡатнашты.

Бөгөн Большунов йәнә уңышҡа иреште – көмөш миҙал яуланы. Бынан алда ул скиатлонда еңеүгә өлгәшеп спорт һөйөүселәрҙе ҡыуандырғайны.

Әле саңғысыларҙы тағы ла шәберәк ярыштар көтә. Әлбиттә, барыһы ла алда. Беҙҙекеләр пьедесталдың үренә тағы ла менерҙәр тип ышанабыҙ.

Шулай итеп, Александр Большунов Олимпиадала алты тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, донъялағы иң алдынғы саңғысыларҙың береһе булып танылды. Уңыштар теләйбеҙ уға!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: