Сараға Башҡортостан эшҡыуарҙарын саҡырыла.
– Халыҡ-ара күргәҙмәләр эшҡыуарҙарға үҙ тауарын рекламаларға һәм киң даирәгә тәҡдим итергә мөмкинлек бирә, – тип белдерә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева.
Күргәҙмәнең төп йүнәлештәре: газ, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть-газ ҡорамалдары, япмалар – торбаларға тутығыуға ҡаршы япма , инжиринг һәм консалтинг, геофизик хеҙмәттәр, тирә-яҡты һаҡлау, нефть-газ ятҡылыҡтарын хеҙмәтләндереү, экологик хәүефһеҙлек һ.б.
Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге күргәҙмәлә ҡатнашыуға киткән барлыҡ сығымдарҙы ҡаплай. Компаниялар юл һәм йәшәү өсөн генә түләйәсәк.
Ғаризалар [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Хатҡа тултырылған анкетаны, ғаризаны, бюджетҡа бурысы булмауын раҫлаусы рәсми документты һәм ЕГРЮЛ белешмәһен һалырға кәрәк. Документтар шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 300-сө офис, 7-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә.