Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2022, 12:52

Сәнәғәт тергеҙелә һәм үҫә

Башҡортостанда 2021 йылда сәнәғәт индексы 107,5 процент тәшкил иткән.

Сәнәғәт тергеҙелә һәм үҫә
Сәнәғәт тергеҙелә һәм үҫә

«Был – һуңғы ун йылда иң яҡшы күрһәткес. Тимәк, сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән ярҙам саралары ыңғай йоғонто яһай», – тине Радий Хәбиров.

Тармаҡ хаҡында тулыраҡ БР сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев һөйләне.

 

«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил кимәлендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүебеҙҙе ҡыуанып ҡабул итте. Ысынлап та, республикала сәнәғәтте үҫтереүгә бүленгән ярҙам саралары ыңғай һөҙөмтә бирә. Еңел сәнәғәткә сеймал алыуға 150 миллион һум, ағас эшкәртеүгә 40 миллион һум, инвалидтар эшләгән предприятиеларға 20 миллион һум аҡса бүленде. Хөкүмәттә үткән «Инвестиция», «Сәнәғәт» сәғәттәре тос ярҙам булып тора. Мәҫәлән, тәғәйен компанияла йә предприятиела ултырыштар ойошторола, киҫкен мәсьәләләр хәл ителә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә хатта ковид та ҡамасау булманы. Әлбиттә, уҙған йылда хеҙмәткәрҙәрҙең икешәр-өсәр аҙна сирләүе бер аҙ етештереү кимәлен кәметте. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса илдә иң яҡшы күрһәткескә өлгәштек», – тип белдерә министр.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: