Республикабыҙҙа «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты тормошҡа уңышлы ашырыла, хәҙер ул планлаштырылған күрһәткестәренән күпкә юғарыраҡ уңыштарға өлгәшкән. Милли проектҡа дөйөм 127 предприятие ҡушылған. 2,1 меңдән ашыу белгес һаҡсыл етештереү буйынса уҡыуҙа ҡатнашҡан.
– 2021 йылда Башҡортостан милли проектҡа йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса илдә өсөнсө урын яуланы. 2022 йылда предприятиелар һанын 150-гә еткерергә планлаштырыла, – ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Ысынлап та, компаниялао һаҡсыл етештереү принциптары ярҙамында экономиялаған аҡсаны технологик яңыртыуға һәм үҫешкә йүнәлтә. Бынан тыш, уларға республика бюджетынан производствоны модернизациялауға субсидиялар бирелә. 2021 йылда 20 миллион һум күләмендә ярҙамды 12 предприятие алған. Уларҙың барыһы ла матди-техник базаһын нығытҡан.
– Уртаҡ көстәр менән беҙ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек һәм Рәсәй лидерҙары иҫәбенә индек. Эште ошо темпта дауам итергә һәм март айына Ҡаҙағстанға сираттағы бизнес-сәфәрҙе әҙерләргә кәрәк, – тип һығымта яһаны Радий Хәбиров.