Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2022, 16:15

Өфөлә йәш әсә балаһы менән көрткә сумған

Сергей Николаевич, ни әйтерһегеҙ?

Өфөлә йәш әсә балаһы менән көрткә сумған
Өфөлә йәш әсә балаһы менән көрткә сумған

Был хәл Кузнецов Затонындағы видеокамераға эләккән. 7 февралдә йәш әсә йорт тирәһенә саф һауала йөрөргә сыҡҡан. Бер ваҡыт әсә сабыйы менән көрткә сумып ергә ауып китә. Ярай әле быны күреп ҡалған ирҙәр ҡатынға тиҙ арала ярҙам күрһәтә.

Видеояҙма социаль селтәрҙәргә таралып, халыҡта киң шаңдау тыуҙырҙы. «Ҡот осҡос», – тип ризаһыҙлыҡ белдерә халыҡ. «Бындай юлда аяҡты һындырырға мөмкин. Ҡасан беҙҙең районда тәртип булыр?»

Бер нисә көн элек кенә Өфө мэры ҡар ваҡытында таҙартылмауы өсөн район башлыҡтарын тәнҡитләгәйне. Бәлки, тәнҡиттән эшкә күсергә ваҡыттыр, Сергей Николаевич?

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: