Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2022, 12:25

Студент балалары булған пенсионерҙарға өҫтәмә түләү бирелә

Был Башҡортостанға ҡағыламы?

Студент балалары булған пенсионерҙарға өҫтәмә түләү бирелә
Студент балалары булған пенсионерҙарға өҫтәмә түләү бирелә

Көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттарҙың ата-әсәләренә ҡартлыҡ йә инвалидлыҡ буйынса пенсияһына өҫтәмә аҡса ҡушылып түләнелә. Пособие Рәсәйҙең барлыҡ төбәгендә лә ҡаралған. 2021 йылда ул 2014 һумды тәшкил итә. Сумма йыл һайын индексациялана.

Түләүҙе алыу өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә һәм балаһының юғары уҡыу йортонда белем алыуы һәм эшкә урынлашмауы тураһында белешмә алып барырға кәрәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: