Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2022, 12:56

Халыҡ йәмәғәт транспортында QR-кодты тикшереүҙе һорай

Көҙгөһөн депутаттар күтәргән мәсьәлә йәнә актуаль.

Халыҡ йәмәғәт транспортында QR-кодты тикшереүҙе һорай
Халыҡ йәмәғәт транспортында QR-кодты тикшереүҙе һорай

Республикаға идара итеү үҙәгенә халыҡтан төрлө тәҡдимдәр килә. Иң һуңғыларының береһе: йәмәғәт транспортында QR-кодтарҙы тикшереүҙе индереү, сауҙа үҙәктәрен ябыу. Баҡтиһәң, сирлеләр һанының артыуы күптәрҙе борсой.

– Йәмәғәт транспортында QR-код тикшереү һәм сауҙа үҙәктәрен ябыу Роспотребнадзор һәм баш санитар табиптың күрһәтмәһенә ярашлы эшләнә. Әлегә бындай ҡарар юҡ, – ти ЦУР белгесе.

Республика етәкселеге хәл-торошто даими баһалай – аҙна һайын коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса штаб ултырышы үтә, дауаханаларҙың эш ваҡыты оҙайтылды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: