+6 °С
Ясна
Пермь крайында 37 йәшлек Наил Яҡупов хәбәрһеҙ юғалған. Уның хеҙмәттәше Анастасия ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, ир Железнодорожный исемле вахтасылар ҡасабаһында йәшәгән, ғинуарҙа үҙенә айырым фатир ҡуртымға алып сыҡҡан булған. 23 ғинуар Наил ни сәбәптәндер эшкә килмәгән. Шул көндән яҡындарына ла шылтыратыуҙан туҡтаған.
Әле предприятие етәкселеге полицияға ғариза яҙған.
Әгәр Наилды күреүселәр булһа, ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 02 номеры буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.