Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2022, 13:04

Өфө мәктәптәрендә туҡланыу хаҡы артты

Ҡала хакимиәте яңы сумманы раҫланы. 

Өфө мәктәптәрендә туҡланыу хаҡы артты
Өфө мәктәптәрендә туҡланыу хаҡы артты

Өфө хакимиәте бушлай бирелгән баланслы йылы аштың хаҡын раҫланы. 1 ғинуарҙан уның хаҡы 2-3 һумға артты.

Башланғыс класс уҡыусыһының иртәнге ашы 59 һум 76 тингә төшәсәк, төшкө ашы – 67 һум 12 тин, төштән һуңғы ашы – 45 һумдан кәм түгел.

Өлкән класс уҡыусыһының иртәнге ашы – 60 һум, төшкө ашы – 70 һум, төштән һуңғы ашы – шулай уҡ 45 һум.

Ә мәктәп-интернат уҡыусыларының көндәлек туҡланыуы (биш тапҡыр) 290 һумға төшәсәк.

Социаль хәүефле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың иртәнге ашының хаҡы 72 һум 21 тинде тәшкил итә, төшкө ашы – 82 һум 54 тиң.

Башланғыс кластарҙың туҡланыуы өлкән класс уҡыусыларынан осһоҙораҡ килеп сығыуға ҡарамаҫтан, мэрия бер иш сумма бүлергә ҡарар иткән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: