-4 °С
Ҡар
Мәскәүҙән 8 йәшлек Матвей Шаминды тәүге тапҡыр өс йәшендә Башҡортостанға дауалауға алып киләләр. Өҫтәүенә сабый церебраль фалиж сиренә дусар. Ғаилә ярты йыл һайын күренекле күҙ табибы Эрнст Мулдашевта күҙәтелә.
«Медицина һығымтаһын күрһәтә алам, сабыйығыҙға күреү һәләтен ҡайтарыу мөмкин түгел, тине табиптар. Ә Эрнст Мулдашев беҙгә ҙур бүләк яһаны. Беҙ хәҙер күрәбеҙ! – тип ҡыуана сабыйҙың атаһы.
Матвей үҙенең кумиры Григорий Лепс кеүек йырсы булырға хыяллана. Бының өсөн уҡыусыға әле аяҡҡа баҫаһы бар. Был йәһәттән табиптар ҙа яҡшы фараз бирә.
Тиҙерәк һауыҡ, Матвей!