Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе. Унда төрлө ведомство етәкселәре һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, яңы режим дауаханаларҙа тәртип урынлаштырған, сиратты кәметкән. Һуңғы тәүлектә ике меңгә яҡын үҫмер прививка яһатҡан.
Мәктәптәрҙәге хәл-торош хаҡында мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне.
– Республикала дөйөм уҡыусылар һанының 1,9 проценты ғына ковид менән сирләй. Шуға күрә бөтә мәктәптәрҙе лә өйҙән тороп уҡыуға күсереү планлаштырылмай.
Бынан тыш, ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә БДМУ ирекмәндәре йәлеп ителгән. Хәҙер бында шылтыратыуҙарға 97 кеше яуап бирә.