Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов белдерҙе.
‒ Уҙған йылда 300 мең гектар майҙанда май биреүсе культуралар үҫтерелде. Шул уҡ ваҡытта сәсеү майҙандары арта ғына. Сәбәптәре аңлашыла: был эксперт позицияһы. Былтыр май культураларын экспортлау 1,5 тапҡырға, 40 проценттан 63-кә тиклем артты. Оҙатылған продукцияның дөйөм хаҡы – 197,4 миллион доллар. Шуға күрә беҙгә был эште дауам итеү, күләмен арттырыу мөһим, ‒ тине Андрей Назаров.
Илшат Фәйзрахманов эшҡыуарҙарға май культураларын үҫтереүгә бирелгән субсидиялар хаҡында һөйләне. Бының проекты федераль законға нигеҙләнеп Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан әҙерләнгән. 2022 йылда ошо тармаҡҡа 185,8 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Сөнки тап май культуралары үҫемлек майы һәм мал аҙығы аҡһымы етештереүҙә төп сеймал булып хеҙмәт итә.
Программаға ярашлы, дәүләт ярҙамы йүнселдәргә һуғарыу комплекстары төҙөүгә, һаҡлағыс урман ултыртыу эшенә һәм яңы ерҙәрҙе үҙләштереүгә биреләсәк.