Бөтә яңылыҡтар
3 Февраль 2022, 07:52

Күпме бүленгән, күпме тотонолған?

Хөкүмәттә 2021 йылғы бюджеттың үтәлешенә йомғаҡ яһалды.

Күпме бүленгән, күпме тотонолған?
Күпме бүленгән, күпме тотонолған?

Кисә Хөкүмәттә премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә бюджеттың үтәлешенә йомғаҡ яһалды.

‒ Пандемия илдең күп төбәгенә иҡтисади ҡатмарлыҡтар килтерҙе. Мәҫәлән, 2020 йылда һалым һәм һалым булмаған килем күләме 12 процентҡа кәмене. Былтыр иҡтисад яйлап тергеҙелә башланы һәм беҙ йылды 22,6 процент үҫеш менән тамамланыҡ. Әммә шуға ҡарамаҫтан, бюджет үтәлеше көсөргәнешле булды. Беҙ иң кәрәкле һәм социаль әһәмиәтле сығым йөкләмәләрен финанслай алдыҡ, ‒ тине Андрей Назаров.

Шулай уҡ финанс министрының беренсе урынбаҫары Наталья Калугина һөҙөмтәләрҙе барлап, шуны әйтте:

‒ Республика бюджетының табышы 246 миллиард һумға барып баҫҡан, 2020 йылға ҡарағанда, 26 миллиардҡа йәки 12 процентҡа күберәк, – тине Наталья Калугина.

Бынан тыш, һалым һәм һалым булмаған килем 1,3 тапҡырға үҫкән – 158 миллиард. Ойошмаларҙың һалымы 30 миллиардҡа йәки 1,9 тапҡырға үҫкән, физик шәхестәрҙән килем 4,5 миллиардҡа (11 процентҡа), акциздарҙан 3 миллиардҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта милек менән файҙаланыу кимәле төшкән – 2020 йыл менән сағыштырғанда, 5,6 миллиардҡа йәки 3,9 тапҡырға кәмерәк.

Федераль бюджеттан 86,5 миллиард һум аҡса күскән. Уның 62 миллиард һумы – маҡсатлы финанс ярҙам. Бынан тыш, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан 750 миллион һум аҡса бүленгән.

Республика бюджетының сығымдары 255 миллиард һумды тәшкил итә, йыллыҡ план 96 процентҡа үтәлгән. Тармаҡтар буйынса ҡарағанда,йылдағыса сығымдарҙың 70 проценты социаль өлкәгә тура килә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: