Бөтә яңылыҡтар
1 Февраль 2022, 11:44

Токтан һуғылып ҡулһыҙ ҡалған Туймазы малайының хәле нисек?

Ул хәҙер билдәле футболсы Дзюба менән дуҫ.

Токтан һуғылып ҡулһыҙ ҡалған Туймазы малайының хәле нисек?
Токтан һуғылып ҡулһыҙ ҡалған Туймазы малайының хәле нисек?

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был фажиғә 2021 йылдың йәйендә Туймазы районында теркәлде. Малай дуҫтары менән трансформатор будкаһы янында футбол уйнап йөрөгәндә токтан һуғылды. Өфөлә баланың ике ҡул суғын да ҡырҡтылар.

Хәҙер малай ғәҙәти тормош менән йәшәргә тырыша. Ғинуарҙа уға спорт блогеры килеп киткән һәм әлеге бәхетһеҙ осраҡ тураһында йәмәғәтселеккә еткергән. Илназдың футбол уйнағанда ҡазаға тарығанын белеп ҡалғас, уйынсылар Артем Дзюба, Константин Марадишвили, Георгий Джикия һәм комментатор Нобель Арустамян уға изге теләктәр менән мөрәжәғәт иткән. Футболсылар малайҙы командаларының өйҙәге уйындарына ла саҡырған.

Илназдың Инстаграмда үҙенең блогы бар, ул унда үҙенең тормошо хаҡында һөйләй, компьютер уйындары уйнай.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: