Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2022, 12:52

Беҙҙең «НЕФАЗ» сит ил юлдарында елдерә!

«НЕФАЗ» предприятиеһын үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. 

Беҙҙең «НЕФАЗ» сит ил юлдарында елдерә!
Беҙҙең «НЕФАЗ» сит ил юлдарында елдерә!

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә «НЕФАЗ»дың генераль директоры Владимир Курганов ойошманың һөҙөмтәләре һәм пландары хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта предприятиела үҙбушатҡыс ҡоролмалары һәм пассажир транспорты етештерелә.

– Һуңғы ике йылда предприятиеның килеме 70 процентҡа артты, 2022 йылға был күрһәткесте 11 процентҡа күтәрергә ниәтләйбеҙ, – тине Владимир Курганов. – Беҙҙең автобустар бөтә Рәсәй һәм сит ил юлдары буйлап елдерә. Нефтекамаға нигеҙ һалған предприятиела 6250 хеҙмәткәр эшләй. Былтыр эш хаҡы 13,5 процентҡа арттырылды. Быйыл уны тағы ла 5 процентҡа арттырырға план ҡуйғанбыҙ. Шулай уҡ предприятие һалымды ла ике тапҡыр күберәк түләй башланы.

Үткән йылда «НЕФАЗ» пассажир транспортының яңы моделдәрен төҙөгән. Улар араһында 18 метр оҙонлоҡтағы тәпәш иҙәнле электробус, тиҙ йөрөшлө водоробус һәм троллейбус. Әйткәндәй, тәүге һуңғы һынауҙарҙы үтә, тиҙҙән етештерелә башлаясаҡ.

– «НЕФАЗ» һоҡланғыс һөҙөмтәләр күрһәтә. Беҙ предприятие етәксеһе менән киләһе осрашыуҙы Нефтекамала үткәрергә һөйләштек. Республикабыҙ өсөн тағы бер әһәмиәтле ваҡиға: тиҙҙән Туймазы автобетоновоз заводы базаһында индустриаль парк төҙөләсәк.

Республика етәксеһе кадрҙар мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, хеҙмәткәрҙәр заман талаптарына яуап бирергә тейеш.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: