Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2022, 09:55

Асҡында берәҙәк эт ҡатынды үлемдән ҡотҡарған!

Эттәр тик зыян ғына килтермәй...

Асҡында берәҙәк эт ҡатынды үлемдән ҡотҡарған!
Асҡында берәҙәк эт ҡатынды үлемдән ҡотҡарған!

Мауыҡтырғыс фильмға сюжет булырҙай хәл былтыр йәй Асҡын ауылында була. Бында бер магазинға битлек һәм шапка кейгән шикле егет инә. Ул һатыусыға бысаҡ терәп аҡса таптыра башлай. Ҡатын йәһәт кенә хәүеф төймәһенә баҫырға өлгөрә. Шул ваҡыт урамда полиция сиренаһы яңғырай. Егет ҡурҡышынан сығып ҡаса һәм баҡсалар аша табандарын ялтырата.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, магазинға хоҡуҡ һаҡсылары килә һәм ни булғанын һорашып хулиганды эҙләргә тотона. Ошонда егеттең ҡотон алған полиция сиренаһы ни өсөн яңғырауы асыҡлана. Баҡһаң, хулиган һатыусыға бәйләнгән саҡта урамдан ДПС машинаһы үтеп барған булған. Инспектор юлға сыҡҡан эткә сирена биргән. Бына шулай, берәҙәк хайуан ҡатынды хулигандың талауынан аралаған.

Әйткәндәй, егет полицияға үҙе барған һәм барыһын да һөйләп биргән. Ошоно иҫәпкә алып, уны шартлы рәүештә хөкөм иткәндәр.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: