Бөтә яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 15:29

Бында йәшәй сәсән рухы

Дүртөйлөлә «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы» түңәрәк өҫтәле үтте.

Бында йәшәй сәсән рухы
Бында йәшәй сәсән рухы

Башҡорт сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың тыуған ауылында тарихсылар һәм милли кейемде тергеҙеүселәр ҡатнашлығында «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

БР Тыуған яҡты өйрәнеүселәр берлеге рәйесе Марат Зөлҡәрнәев сараны асып, белгестәрҙең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

– Музейҙа йыйылған бихисап экспонаттар – беҙҙең тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең хеҙмәт емеше. Һеҙҙең башланғыстарығыҙ этнографик һәм ғилми экспедицияларға яҡшы нигеҙ булырға мөмкин. Ошо намыҫлы эшегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине Марат Миңлеғәле улы.

Тарихсы һәм публицист Салауат Хәмиҙуллин антик һәм урта быуаттағы оҡшашлыҡтар менән сағыштырып, иғтибарҙы башҡорт йәмғиәттәренең сәйәси ҡоролошона йүнәлтте.

БДУ доценты, ғалим Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теле һәм уның һөйләштәре хаҡында һөйләне:

– Хәҙерге башҡорт халҡы быуаттар дауамында формалашҡан. Яңы ҡәбиләләр килеп ингән, башлыса төркиҙәр, улар һөйләште төрлөсә үҙгәрткән. Башҡорт ырыуҙарының тығыҙ аралашыуы һөҙөмтәһендә һөйләштәр буталған. Бының һөҙөмтәһе – хәҙерге башҡорт диалекттары. Тик ике ырыу ғына үҙенең боронғо һөйләшен һаҡлап ҡалған – ғәйнәләр һәм ике быуат элек башҡорттарҙан айырылып сыҡҡан һалйоттар. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләше аныҡ сиктәргә эйә, – ти Искәндәр Рәсүл улы.

“Тамға” студияһы етәксеһе Зөлфиә Краснова төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейеме менән таныштырҙы. Ул “Тамға” республика конкурсына студия тәҡдим иткән кейемдәрҙең тарихына арналған тикшеренеүҙәр тураһында һөйләне.

– Милли үҙенсәлектәр кейем-һалымда ла, интерьер биҙәлешендә лә сағыла. Һауаны үткәргән еңел туҡымаларҙан тегелгән күлдәктәр бөгөн бик көнүҙәк, ә сағыу геометрик биҙәктәр заман һулышына ла тап килә, – тине Зөлфиә Краснова.

Илеш районындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева туған телдәргә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән тәҡдимдәрен белдерҙе.

– Йәш быуындың туған телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн шиғырҙар, йәш сәсәндәр конкурсын ойошторорға мөмкин. Беҙҙең тарихи-мәҙәни үҙәк бындай саралар үткәрҙе, һәм уны республика кимәленә сығарыу өсөн материалдар менән тәьмин итергә әҙербеҙ, – тине Гүзәл Рәсим ҡыҙы.

Нефтекама ҡалаһынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Рөстәм Әлетдинов иһә “Рәүиз яҙмалары һәм фольклор буйынса ауыл тарихын өйрәнеү” тигән темаға сығыш яһаны. Ул Имән ауыл тарихын телгә алып үтте.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһындағы ҡурайсылар һәм ҡурай традициялары тураһында һөйләне. Башҡортостан Милли архивының генеология, күргәҙмә һәм нәшриәт эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Зөфәр Ғәтиәтуллин 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуы тураһындағы документтар менән таныштырҙы. Ул ошо өлкәләге тикшеренеүҙәргә ентекле туҡталды.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник берҙәйлегендәге заманса тенденциялар тураһында “Шәжәрә” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы директоры урынбаҫары Илгиз Солтанморатов һөйләне. Атап әйткәндә, ул “икеләтә берҙәйлек” төшөнсәһенә һәм социология күҙлегенән хәлде анализлауға туҡталды.

Фидан Мәрүәров ҡырғыҙ ырыуы шәжәрәһе менән таныштырҙы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: