Бөтә яңылыҡтар
27 Ғинуар 2022, 16:34

Өфө күгендә самолеттар ни эшләй?

Кисә баш ҡала күгендә осҡан самолет эҙҙәре халыҡты бер аҙ ҡурҡытты.

Өфө күгендә самолеттар ни эшләй?
Өфө күгендә самолеттар ни эшләй?

Хәйер, һуңғы арала бындай видеояҙмалар йыш ҡына халыҡты бәхәскә этәрә. Сөнки уларҙы таратыусылар ҙа кеше күңеленә төрлөсә шом һала. Мәҫәлән, кисә Өфөлә йәшәгән бер ир интернетҡа ошондай һүҙҙәр менән фотоһүрәт һалған:

– Кисә мин быны Комсомол урамында төшөрҙөм. Был бер ниндәй ҙә самолет эҙе түгел, зарарлы матдә ул. Мин быға ныҡ ышанам.

Шул уҡ ваҡытта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына, граждандарҙы яҡлау идаралығына, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошо темаға мөрәжәғәт итеүселәр булмаған. Ысынлап та, фотоһүрәттә оҙон аҡ һыҙыҡ күренә. Был нимә булырға мөмкин? Рәсәйҙең Авиация федерацияһы президенты Сергей Миңлеғолов һүҙҙәренсә, күктәге аҡ һыҙыҡтарҙың бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ.

– Был – конденсация эҙе. Уны бик юғарыла осҡан ҡеүәте мең ат көсөнә артҡан реактив самолеттар ҡалдыра. Беҙ авиацияла уны инверсия эҙе тип атайбыҙ. Реактив соплонан сыҡҡан газ продукттары һауа менән болғана һәм ошондай эҙ барлыҡҡа килә. Етмәһә, тышта һауа температураһы түбән, ә самолеттың бүлеп сығарғаны юғары температуралы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: