-10 °С
Болотло
Кисә Туймазы районының Көйөктамаҡ ауылы янындағы урманда ике ир аҙашҡан. Ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр төнгә ҡарай килеүгә ҡарамаҫтан, тиҙ арала эҙләү иғлан ителгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 37 йәшлек ир ярҙам килгәнсе туңып үлгән.
Икенсеһе, 47 йәшлек ир, яҡындағы юл буйында табылған. Ул да шулай уҡ туңып һәләк була яҙған. Ирҙе табиптар ҡулына тапшырғандар.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.