-7 °С
Болотло
Нурйыһан Сәлим ҡыҙы бәхетле ҡартлыҡ көндәрен ике ҡыҙы менән бергә кисерә. Хәҙер инде уның Булгаков ауылында йәшәгән балалары ла хаҡлы ялға сыҡҡан.
«Әсәйем бик яҡшы һөйләшә, гәзит яҙҙырып уҡый. Былтыр беҙгә ойоҡбаштар бәйләп кейҙерҙе. Был мине тынысландыра, ти үҙе. Әммә күҙҙәре ауырта. Аллаһ Тәғәләгә ышана, Ҡөрьәнде белә, өҙөктәрен уҡый. Хәҙер ҡартайғас, намаз ғына уҡый алмай», – тип һөйләй инәйҙең ҡыҙҙары.
Һаулыҡ-сәләмәтлек һеҙгә, Нурйыһан Сәлим ҡыҙы.